Республика төбәктәрендә халыҡты вакциналау өсөн күсмә бригадалар эшләй

Шаран үҙәк район дауаханаһы табиптары  аҙнаһына биш тапҡыр фельдшер-акушер пункттарына йүнәлә. Бөгөн районда прививка эшләткән  7 877 кешенең 7088-е вакцинацияны тулыһынса тамамлаған.

Был аҙнала күсмә бригада Иҫке Сикәй ауылы халҡын  профилактик сараға саҡырҙы, бер көн эсендә аҡ халатлылар 19 кешене ҡабул итеп өлгөрҙө.  Район поликлиникаһында вакцинация ял көндәрендә лә туҡтатылмай. Эш көндәрендә  иртәнге 8-ҙән киске 8-гә, ял көндәре сәғәт 4-кә тиклем прививка эшләтергә мөмкин.

Шул уҡ ваҡытта табиптар һуңғы арала прививкаға килеүселәр кәмеүенә борсолоу белдерә. Маҡсат – профилактик сараға мөмкин тиклем күберәк халыҡты йәлеп итеү.  

Фото №1 - Республика төбәктәрендә халыҡты вакциналау өсөн күсмә бригадалар эшләй

Гөлдәриә Йосопова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ