Башҡортостан биләмәһенә тәүге тапҡыр ҡош киҙеүе үтеп ингән

 Хәүефле вирус Туймазы районы Бишҡурай ауылындағы крәҫтиән-фермер хужалығында теркәлгән. Белгестәр фаразлауынса, йорт ҡаҙҙары йоғошло киҙеү менән ҡырағай ҡоштар тубына ҡушылғандан һуң ауырый башлаған.

Бынан тыш, улар сирҙең ашлыҡ менән дә килеүе ихтимал тигән фекерҙә. Әле был хәл буйынса ваҡиға урынында тикшереүҙәр ойошторолған. Теманың дауамы БЮТ каналы хәбәрсеһе Илдар Байбулатов әҙерләгән репортажда.  

Себеште көҙ һанайҙар тиһәләр ҙә, был көндәрҙә Туймазы районындағы хужалыҡ ҙур юғалтыуҙар кисерә. Йәй буйына фермаларҙа аҫыралған ҡаҙҙарҙың күбеһе бер нисә көн эсендә юҡҡа сыҡҡан. Ҡоштарҙың күпләп ҡырылыуының сәбәбен белгестәр киҙеү менән аңлата. Йоғошло сир хужалыҡҡа ҡырағай ҡоштар йәки ашлыҡ менән килеүе ихтимал.   

Тикшереү һөҙөмтәләре вирустың үлгән ҡоштарҙа ла, ҡатнаш аҙыҡта ла булыуын күрһәткән. Бер үк ваҡытта хужалыҡта тағы ла ике меңдән ашыу ҡаҙ ҡалған. Әммә уларын да яндырыу өсөн ауыл эргәһендә соҡор ҡаҙыла. Ә был ваҡытта ҡурҡыныс сир таралған Бишҡурай ауылы айрыуса һаҡ аҫтына алынған. Ветеринарҙар төбәккә килеүсе һәр автомобилгә дезинфекция үткәрә.

Сирҙең таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн урындағы властар шәхси ихаталар буйлап йөрөп сыҡҡан. Әле Бишҡурайҙа һәм күрше ике ауылда 500-ләп ҡош-ҡорт аҫырала. Белгестәр уларын да юҡ итергә ҡушҡан.  

Ҡош киҙеүе Башҡортостанға тәүге тапҡыр үтеп ингән. Бындай хәлгә юл ҡуймау өсөн белгестәр хужаларҙың ҡош-ҡорттарҙы бикле тотоуҙарын һорай. Шулай уҡ улар ауыл халҡын һалҡындарҙы көтмәйенсә өйрәк-ҡаҙҙарҙы һуя башларға саҡыра. Ә инде ҡоштар ҡырыла башлаған осраҡта 8 800 775 58 28 номеры буйынса «ҡыҙыу бәйләнеш»кә шылтыратыу кәңәш ителә.    

Фото №1 - Башҡортостан биләмәһенә тәүге тапҡыр ҡош киҙеүе үтеп ингән

Илдар Байбулатов

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ