Бөгөн «Өфө –Арена» алдындағы майҙанда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Башавтотранс» предприятиеһына өр-яңы 60 НЕФАЗ автобусы асҡыстары тапшырҙы.
Төбәк етәксеһе яңы транспорттың республика көнө алдынан баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтарына ҙур бүләк булыуын билдәләне һәм «Башавтотранс» предприятиеһының матди базаһын нығытыу буйынса эшмәкәрлек артабан да дауам итеүен белдерҙе.
Бөгөн баш ҡала урамдарына маршрутҡа сыҡҡан автобустар пассажирҙарға электрон мәғлүмәт еткереү һәм ГЛОНАСС системалары, тахограф менән йыһазландырылған. Автобустарға шулай уҡ видеокүҙәтеү ҡоролмалары, мобиль телефондар өсөн зарядка урындары, салонды ҡышҡыһын йылытыу өсөн ике өҫтәмә мейес тә ҡуйылған.
Гөлдәриә Йосопова







