Бөгөн иртән Башҡортостан көслө сиреналар тауышына күмелде

 Әммә сигнал ғәҙәттән тыш хәл хаҡында иҫкәртә тип хәүефләнергә кәрәкмәй. Бары тик тотош Рәсәй буйынса үҙәкләштерелгән хәбәр итеү системаһын тикшереү бара. Беҙҙең республика был юлы  күнекмәләрҙе яңыртылған һанлы ҡоролмалар менән үткәрә. Белгестәр фекеренсә, заманса сигнал системаһының мөмкинлектәре киң. Улар менән беҙҙең БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова ла танышты.

Элекке сигнал ҡоролмаһынан айырмалы яңы һанлы хәбәр итеү системаһы бик уңайлы. Бер кнопкаға баҫып ҡына тотош республиканы хәүеф-хәтәр хаҡында  иҫкәртергә мөмкин. Бар мәғлүмәттәр экранда ус төбөндәге һымаҡ күренеп тора, район-ҡалалар ҙа, предприятиелар ҙа.

Башҡортостандың үҙәкләштерелгән хәбәр итеү системаһы яңыртыу ете йыл дауам иткән. Барлыҡ муниципаль берәмектәрҙә лә идара итеү пункттары ойошторолған. Электр сиреналары, тауыш  һәм сигналды ҡабул итеүсе ҡоролмалар ҡуйылған. Белгестәр билдәләүенсә, һанлы программа ярҙамында сигналдар тиҙ ҡабул ителә. Күләмле проект Республика башлығы Указы буйынса тормошҡа ашырылған. Автоматлаштырылған система булдырыуға төбәк ҡаҙнаһынан 251 миллион һум аҡса бүленә.

Граждандарҙы яҡлау хеҙмәте тотош Башҡортостандың бәләкәй генә күсермәһен хәтерләтә, бында барлыҡ муниципаль берәмектәрҙән ғәҙәттән тыш осраҡтар хаҡында мәғлүмәттәр туплана. Ярҙам кәрәккәндә хәүефле урынға өҫтәмә рәүештә  оператив төркөм  йүнәлтелә.

Башҡортостан үҙәкләштерелгән хәбәр итеү системаһын яңыртыуҙы Рәсәйҙә иң тәүгеләрҙән булып тамамланы. Сиратта «Хәүефһеҙ ҡала» аппарат-программа комплексын камиллаштырыу. Белгестәр фекеренсә, халыҡтың именлеге тәү урынға ҡуйылға тейеш.

Фото №1 - Бөгөн иртән Башҡортостан көслө сиреналар тауышына күмелде

Рәмзиә Кәримова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ