Йылытыу миҙгеле башланды, әммә күп ҡатлы йорттағы фатирҙар һыуыҡ

Өфөнөң Инорс биҫтәһендәге Ферин урамы 17/1 адресы буйынса урынлашҡан йорттағы фатирҙарҙың бөтәһенә  лә йылы килеп етмәгән. Проблеманы хәл итеүҙә ярҙам һорап улар БЮТ каналы редакцияһына шылтыратты.

Тыштағы температура үткән төндә  рекордлы  һыуыҡты күрһәтһә, фатир эсендә лә  ул әллә ни юғары күтәрелмәй. Электр йылытыу ҡоролмалары тәүлек әйлләнәһенә эшләгәнгә күрә сафтан сыға. Ферин урамындағы күп ҡатлы йортта йәшәүселәр йылытыу миҙгеле башланғанын һаман көтә. 

Беҙҙең йортта был проблема тәүгә түгел. Йылытыу ваҡытында башланмай, уның ҡарауы подвалда эҫе һыу күп. 

Инна Сәғәҙәтгәрәева, Ферин урамы 17/1 йортонда йәшәүсе

Фатир хужалары әйтеүенсә, подвалды күптән түгел эҫе һыу баҫҡан. Авария тәүге ҡатта йәшәүселәр өсөн эҙемтәһеҙ үтмәгән.

Мин беренсе ҡатта торам. Иҙәнгә баҫырлыҡ түгел,  хатта  боҫ фатирға уҡ күтәрелде. Йәй иһә тышта 40 градус эҫе булғанда ла коридорҙағы радиатор эҫе ине. 

Людмила Тюлис, Ферин урамы 17/1 йортонда йәшәүсе

Торлаҡ-коммуналь мәсьәләләре буйынса улар тейешле органдарға мөрәжәғәт итеп ҡараған. Беҙ ҙә торлаҡ файҙаланыу участкаһына барҙыҡ.

Йылылыҡ өлөшләтә юҡ икән, тимәк радиаторҙарҙа һауа ҡалған. слесарь әле был эш менән шөғөлләнә. Ә подвалдағы һыуға килгәндә, беҙҙең ойошмаға ҡараған канализация һәм башҡа торбалар төҙөк. Водоканал һәм Баш ртс-ҡа мөрәжәғәт итегеҙ.

Анатолий Литвиненко, Өфө ҡалаһының 65-се торлаҡ -файҙаланыу участкаһы баш инженеры
Башбат

Проблема яҡын көндәрҙә хәл ителер тип ышанғы килә. Урамда инженер селтәрҙәрендә   ремонт эштәре башҡарыла һәм йортта ысынлап та  слесарь торбаларҙы тикшерә. 

Фото №1 - Йылытыу миҙгеле башланды, әммә күп ҡатлы йорттағы фатирҙар һыуыҡ

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ