Был турала социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров хәбәр итте. Тарихи мираҫ йөҙ йыл буйына шәхси коллекцияларҙа, һуңғы тапҡыр Америкала һаҡланған.
Ошо байраҡ аҫтында беҙҙең ҡаһарман яҡташтарыбыҙҙың Граждандар һуғышы алыштарында ҡатнашҡаны билдәле. Бындай артефактты яҡшы һаҡланған килеш табыу - бик һирәк осраған хәл. Хәҙер ул Башҡортостан Милли музейында һаҡланасаҡ, тигән төбәк етәксеһе.







