Ошо көндәрҙә район башҡорттары ҡоролтайы ойошторғансараға Семеновск ауыл биләмәһе халҡы ла ҡушылды. Экологик өмә барышында бик күп шишмәләр таҙартылып, кәртәләп алынды. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Ағымдағы йыл ,,Башланғыстарҙы яҡлау,, прогаммаһында ҡатнашып, Семеновск ауылы зыяратының кәртәһен алыштырыу эше башланған. Әле бында тимерҙән бағаналар ҡуйыла, 650 метр ҡойма профнастил менән уратып алынасаҡ.Барлыҡ эштәрҙе ,,Простор плюс,,шәхси эшҡыуары башҡара.
Монасип ауылы бәләкәй булһа ла шишмәләргә бай. Бик күптәре әлеге көнгә тиклем матур килеш һаҡланған, ә ҡайһы берәүҙәрен кәртәләп ,эргә тирәһен таҙартырға тура килде.Тәрбиәләгәндән һуң шишмәләрзен яңынан терелеп,сылтырап ағып китеүе ҡыуаныслы хәл .
Был шишмәләр ауыл биләмәһендә төрлө ерҙә урынлашҡан 5 быуаны туйындырып тора, пожар хәүефе тыуғанда уларҙың ярҙамы бик ҙур.Тағыла 4 шишмәне тәртипкә килтереү,уны кәртәләп алыу эштәре тора. Район башҡорттары Ҡоролтайы ойошторған был акцияла барлыҡ ауыл биләмәләре әүҙем ҡатнаша,һөҙөмтәләр йыл аҙағында билдәле буласаҡ.







