Шаранда алдынғы педагогтарҙы тәбрикләү район мәҙәниәт йортонда уҙғарылды. Һөнәр оҫталарын Шаран районы хакимиәте башлығы Фидан Ишемғолов ҡотланы.
Йәш быуынға белем биреүҙә юғары ҡаҙаныштарға ирешкән уҡытыусыларға Маҡтау грамоталары һәм рәхмәт хаттары тапшырылды. Шаран ауылы 1-се мәктәбенең йәш уҡытыусылары Марина Әхтәриева менән Гөлназ Хәйруллина 690-шар мең һумлыҡ сертификаттарға эйә булды. Мәғариф ветераны Рүзилә Зәйҙуллинаның тырыш хеҙмәте Рәсәй кимәлендә баһаланды.
Гөлдәриә Йосопова




