Өфө ирекмәндәре өлкән йәштәгеләргә коронавирустан вакцина алыу өсөн поликлиникаға барырға ярҙам итә. "Берҙәм Рәсәй" партияһының ирекмәндәр үҙәгенә ошондай мөрәжәғәттәр йыш килә. Үҙәк уҙған йылдың мартында булдырылды. Ул республиканың 25 ҙур ирекмәндәр ойошмаһын берләштерә. Әле үҙәктә 8 меңдән ашыу волонтер теркәлгән. Улар коронавирус таралыуҙың тәүге көндәренән башлап халыҡҡа ярҙам итә. Үҙәккә эш көндәрендә 8-800-201-89-03 һандары буйынса шылтыратырға мөмкин.







