Был турала Республика башлығы, "Берҙәм Рәсәй" партияһының төбәк бүлексәһе етәксеһе Радий Хәбиров фирҡә вәкилдәре менән осрашыу барышында белдерҙе. Совет Башҡортостанда ирекмәндәр ойошмаларын берләштерә, төрлө министрлыҡ-ведомстволар, ижтимағи-сәйәси ойошмалар менән хеҙмәттәшлек итә. "Ирекмәнлек - "Берҙәм Рәсәй" партияһы эшмәкәрлегендә ҙур урын алып тора. Пандемия шарттарында беҙҙең партия халыҡҡа ысын ярҙам күрһәткән берҙән-бер фирҡә булды", - тине Радий Хәбиров. Ул шулай уҡ әүҙем ирекмәндәргә награда тапшырҙы.







