Кәңәшмәне Республика башлығы Радий Хәбиров уҙғарҙы. Өфөлә, Ағиҙел аръяғындағы биләмәне газ, йылы һәм электр менән тәьмин итеү мәсьәләһе хәл ителгән. Уҙған йылда Өфө федераль программаға ҡушылған, уға ярашлы инфструктура өсөн 8 миллиард һум бүленгән. Был биләмәлә 10 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөү көтөлә. Кузнецов Затонынан Шаҡшаға тиклем биләмәлә лә инфраструктура яҡшыра. Унда 4 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөү маҡсаты ҡуйыла.




