Кәңәшмәне Республика башлығы Радий Хәбиров уҙғарҙы. Өфөлә Ағиҙел аръяғындағы биләмәне газ, йылылыҡ һәм электр менән тәьмин итеү мәсьәләһе хәл ителгән. Былтыр Өфө федераль программа ҡушылған, уға ярашлы инфраструктура өсөн 8 миллиард һум бүленгән.
Был биләмәлә 10 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөү көтөлә. Кузнецов Затонынан Шаҡшаға тиклем биләмәлә лә инфраструктура яҡшыра. Унда 4 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөү маҡсаты ҡуйыла.
Рафиҡ Әхмәтшин




