Башҡортостан аша үткән федераль трассаларҙа өҫтәмә йөҙ комплекс ҡуйылды

Ғүмерҙәрҙе һаҡлап. Башҡортостан аша үткән федераль трассаларҙа фото-видео теркәү буйынса өҫтәмә йөҙ комплекс ҡуйылды. Техник ҡоролмаларҙың өстән бер өлөшө альтернатив энергия сығанаҡтары ярҙамында эшләй.

Йыл аҙағына тиклем төбәк юлдарында тағы ла 800 яңы камера ҡуйыу ҡаралған, хәүефһеҙлек сараларын көсәйтеүгә йүнәлтелгән саралар менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.

Өфө-Ырымбур трассаһында тәртип булдырыу өсөн ҡырҡҡа яҡын өҫтәмә камера ҡуйылды. Уларҙың береһе 28-се саҡрымда, Булгаков ауылын үткәс тә юғары тиҙлек йыйған автомобилдәрҙе теркәй. Альтернатив энергия сығанаҡтары ярҙамында эшләгән комплекс республика кимәлендәге автомобиль юлынан күсерелгән. Тәү маҡсат - быға тиклем авариялар күпләп күҙәтелгән хәүефле участкала контролде көсәйтеү.

Бында йәмәғәт транспорты туҡталышы урынлашҡан. Юл аша йәйәүлеләр күп үтә. Тиҙлек режимын үтәмәгән водителдәр уларҙың ғүмере өсөн ҙур хәүеф тыуҙыра ине. Ҡәтғи саралар индерелеү менән юл-транспорт ваҡиғалары кәмер тип көтәбеҙ. Фото-видео теркәү комплекстары илле градусҡа тиклем түбән, 65 градустан юғары  температурала эшләй ала.

Антон Марешов, Башҡортостан транспорт дирекцияһының бүлек етәксеһе

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса быйыл марттан республика кимәлендәге автомобиль юлдарынан федераль трассаларға йөҙ аппарат-программа комплексы күсерелде. Айырыуса иғтибар «Урал» М-5-кә ҡараған хәүефле участкаларға йүнәлтелде. Билдәле булыуынса, йыл башынан ғына был трассала теркәлгән юл фажиғәләрендә 42 кешенең ғүмере өҙөлгән.

Уҙған йыл күрһәткестәре менән сағыштырғанда, өҫтәмә камералар ҡуйылыу менән авариялар һаны ике тапҡырға кәмене. Барыһын да тиҙлек режимын һаҡларға, юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡырабыҙ.

Рөстәм Кирәев, «Приуралье» автомобиль юлдары федераль идаралығының бүлек етәксеһе

Ғинуарҙан алып ҡына Башҡортостанда ике миллион ярымдан ашыу «Бәхет хат»ы баҫтырылған. 2020 йылдағы осорға ҡарағанда, был күрһәткес 280 меңгә юғары. Тиҙҙән фото-видео теркәү комплекстары ярҙамында хоҡуҡ боҙоусыларҙы асыҡлау мөмкинлектәре тағы ла арта. Төбәктең транспорт дирекцияһы яңы проекттар өҫтөндә эш алып бара. Алдағы айҙарҙа республика юлдарында тағы ла 800 камера ҡуйыу планлаштырыла.

Яңы аппарат-программа комплекстары ҡуйылыу менән техник мөмкинлектәр ике тапҡырға арта. Контроль ҡеүәте буйынса Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһенән генә ҡалышабыҙ. Камералар ярҙамында юл хәрәкәте ҡағиҙәләренең теүәл үтәлешен көйләрбеҙ тип ышанам. Һынылыш осоро көтөлә, төп маҡсат – юлдарҙа кеше ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалыу.

Артур Сынғыҙов, ЮХХДИ идаралығының юл хәрәкәте өлкәһендә административ хоҡуҡ боҙоуҙы автоматик рәүештә теркәү үҙәге етәксеһе
Выборы 2026

Юғары тиҙлек менән йөрөүселәр юлда иң ҙур хәүеф тыуҙыра. Ҡаршы һыҙатҡа сығып, газ педаленә баҫыу тотош ғаиләләрҙе юҡ иткән осраҡтар ҙа теркәлә. Өҫтәмә комплекстар ҡуйылыуы оло фажиғәләрҙән аралар тигән ышаныс бар.

Фото №1 - Башҡортостан аша үткән федераль трассаларҙа өҫтәмә йөҙ комплекс ҡуйылды

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ