Кушнаренко районы Әхмәт ауылы эргәһендәге «Столыпин» төркөмө майҙанында 150 төрлө культура үҫтерелә. Биләмәлә етештерелгән емеш-еләктәр, шифалы үләндәр, бәшмәк, тубырсыҡтар заводтарға эшкәртеүгә оҙатыла. Киләһе йылға «Столыпин» төркөмө цехы төҙөкләндерелеп лаборатория асыла. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Кушнаренко районында йәшәүсе Ольга Вагина ғаиләһе менән ҡара миләш йыйып продукцияны урындағы эшҡыуарға тапшыра. Көнөнә 500 килограмм уңыш йыйған ғаиләгә районда ойошторолған Столыпин агротөркөмөнән уртаса эш хаҡы түләнә. Әхмәт ауылы эргәһендәге цехта тәбиғәт ҡосағында үҫкән емеш-еләк, шифалы үләндәр, тубырсыҡтар ҡабул ителә.
Агрокластерға ингән Столыпин төркөмө Кушнаренко районында ойошторолған яңы биләмә булыуға ҡарамаҫтан иҡтисади күҙлектән яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән проект. Мең гектар майҙанды тәшкил иткән баҡса-плантацияларҙа үҫкән емеш-үләндәр ҙур күләмдә эшкәртелеп һатыуға оҙатыла. Балалар өсөн ризыҡтар, соус, һут, джем һәм башҡа продукттарҙы етештереү өсөн тап Башҡортостан тәбиғәтендә йыйылған ҡырағай үҫмелектәр ҡулланыла.
Ҡырағай шарттарҙа үҫкән емеш, үләндәргә ихтыяж көндән көн арта. Шифалы үҫемлектәр аяҡ аҫтында - ҙур күләмдә йыйып алып эшкәртергә генә кәрәк. Башҡортостанда был тармаҡты үҫтереү өсөн потенциал юғары. Минеңсә, төбәктә йылына 5 Млрд һумға продукция йыйырға мөмкин. Беҙҙә был мөмкинлектең бер проценты ғына үтәлә.
Агрокластер базаһын киңәйтеү өсөн Кушнаренко районында цех төҙөкләндерелә башлаған. Ташландыҡ хәлдәге бинаны тәртипкә килтереү өсөн 30 млн һум аҡса йүнәлтелгән. Ҙур күләмдә продукция етешетереү өсөн ҡаралған үҙәк киләһе йыл яҙ көнө эшләй башлаясаҡ тип күҙаллана.
Төҙөкләндереү тамамланғас иҫке бинала заманса цех эшләй башлаясаҡ. бында продукцияны эшкәртеү, таҙартыу бүлеге, лаборатория асыла. Яңы үҙәктә 20 кешегә даими эш урыны булдырыласаҡ.
«Столыпин» агрокомплексында етештерелегән культуралар Рәсәйҙән тыш сит ил баҙарына ла экспортҡа ебәрелә. Эстония, Германия, Италия һәм башҡа илдәр тәбиғәт ҡосағында үҫкән емеш-еләкте дарыуҙарға, сәйгә ҡушып продукцияның сифатын юғары баһалаған. Столыпин төркөмө төбәктә генә түгел, тотош ил буйынса иң эре агрокластер исемен йөрөтөү ниәте менән йәшәй. Был маҡсатҡа ирешеү өсөн республика тәбиғәте үҙе бер этәргес булып тора.
Флорида Ким




