Республика үҫешенә тос өлөш индергән хеҙмәт алдынғылары тәбрикләнде

Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин үҙ вәкәләттәренең иң күңелгә ятышлы өлөшөн башҡарҙы. Республика көнө алдынан төбәк үҫешенә тос өлөш индергән хеҙмәт алдынғыларын тәбрикләүҙе ул шулай тип атаны.

Башҡортостандың төп байрамы уңайынан дәүләт наградалары тапшырыу матур йолаға әйләнде. Сөнки республиканың иң ҙур байлығы – эшһөйәр халҡы. Ә фиҙаҡәр хеҙмәт баһаға лайыҡ. Башҡортостан һеҙҙең һәр берегеҙ менән ғорурлана, тине Александр Сидякин залдағыларҙы тәбрикләп.

Бөгөн һигеҙ тиҫтәгә яҡын кеше Рәсәй һәм Башҡортостан хөкүмәтенең дәүләт наградалары, Маҡтау грамоталары менән билдәләнде. Күптәр өсөн ул тотош коллектив эшмәкәрлеге баһаһы һәм артабанғы ҡаҙаныштарға этәргес. Республика көнө алдынан бирелеүе награда мәртәбәһен икеләтә арттыра, ти тәбрикләнеүселәр.

Фото №1 - Республика үҫешенә тос өлөш индергән хеҙмәт алдынғылары тәбрикләнде

Айнур Кәбиров

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ