Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Санкт-Петербургта үткән 10-сы халыҡ-ара газ форумында республиканың рәсми делегацияһын етәкләй. Петербург форумы 5 октябрҙән 8-нә тиклем дауам итә.
Төбәк етәксеһе форумдың пленар ултырышында ҡатнашты һәм халыҡ-ара күргәҙмә экспозицияларын ҡараны. Форум барышында Газпром йәмғиәте һәм Ростех корпорацияһы менән Башҡортостан Хөкүмәте араһында ниәттәр тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу, шулай уҡ «Газпром» төркөмө предприятиелары етәкселәре менән осрашыуҙар уҙғарыу ҡарала.
Күргәҙмәлә Башҡортостан экспозицияһы ла эшләй. Бөгөн республика күргәҙмәһе менән Татарстан президенты Рөстәм Миңлеханов танышты. Күрше төбәктәр етәкселәре үҙ-ара хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре тураһында фекер алышты. Рөстәм Миңлеханов 12 октябрҙә Башҡортостанға эш сәфәре менән килергә йыйыныуын белдерҙе.
Бөгөн шулай уҡ Радий Хәбиров Пермь крайы губернаторы Дмитрий Махонин менән дә осрашты. Яҡтар юл инфраструктураһы төҙөлөшө, вуз-ара хеҙмәттәшлек һәм мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыу өлкәләрендә берлектәге пландарҙы ҡараны.
Гөлдәриә Йосопова




