Сәйәхәтселәрҙе – ауылға. Республика парламенты ауыл туризмы үҫеше тураһында закон ҡабул итергә әҙерләнә. Бөгөн был йүнәлеш бик популяр. Ул иҡтисадтың тиҙ үҫешкән тармағы иҫәпләнә. Пандемия шарттарында сит илдә ял итеүселәр кәмей. Шуға ла туристар өсөн үҙебеҙҙә шарттар булдырыу мөһим, тигән фекерҙә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролай вице-спикеры Рөстәм Ишмөхәмәтов:
“Һәр ауылда матур йолалар бар. Был да туристарҙы йәлеп итә ала”, тип иҫәпләй республика парламенты депутаты Гөлнур Ҡолһарина.
Рәсәйҙең Суздаль, Углич, Валдай төбәктәре ауыл туризмы буйынса үҙәккә әйләнде. Башҡортостанда улар тәжрибәһе өйрәнелә.







