«Һылыуҡай–2018» республика гүзәллек бәйгеһендә еңеүсегә автомобиль бүләк итәсәктәр

Өфөлә сираттағы тапҡыр «Һылыуҡай–2018» республика гүзәллек бәйгеһе ойошторола. Башҡорт гүзәлдәре конкурстың кастингына саҡырыла.

Ғәҙәттәгесә, сара өс этапта уҙғарыла. 2018 йылдың 16 февраленә тиклем республиканың муниципаль берәмектәрендә тәүге этап үтте. 21 февралдә иһә Өфөлә Республика конкурсының кастингы була. Бында 16–25 йәшлек ҡыҙҙар ҡатнаша ала. Иң популяр башҡорт шоуының финалына үтер өсөн ҡатнашыусыларға үҙҙәрен өс этапта күрһәтеү шарт: «визитка» (ҡыҫҡаса үҙең менән таныштырыу), «ижади бәйге» (бейеү, йыр йә таҡмаҡ, актерлыҡ этюды), кейем-һалым күрһәтеү (дефиле). Шулай уҡ портфолио алып килеү мотлаҡ – А4 форматындағы дүрт профессиональ фотоһүрәт (портрет, буй-һын һәм милли кейемдә).

Ҡыҙҙың буйы 170 сантиметрҙан түбән булырға тейеш түгел. Шулай уҡ ҡатнашыусылар башҡорт әҙәби телен белергә тейеш.

Кастингты үткәреү урыны: Өфө ҡалаһы, Элеватор урамы, 13, «Версаль» рестораны. 12.00 сәғәттә башлана. Ғаризалар 20 февралгәсә «Һылыуҡай–2018» билдәһе менән gukrcnt@mail.ru электрон адресына ҡабул ителә. Тулыраҡ мәғлүмәт өсөн телефон: (347) 289-62-00, 8-965-666-20-68 (конкурстың кураторы Әлиә Ғәйфуллина).

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл һылыуҡайҙар төп приз – автомобиль өсөн көс һынашасаҡ.

Башҡортостандың төп матурлыҡ конкурсы ойошторолоу осоронда 200-ҙән ашыу ҡыҙ ҡатнашҡан, уларҙың күптәре үҙ карьераһын телеиндустрияла, реклама, модель бизнесында дауам итә һәм донъя подиумдарында башҡорт ҡыҙҙарының һылыулығын данлай.

«Һылыуҡай–2018» республика конкурсы милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һәм йолаларҙы, башҡорт ҡыҙҙарының сибәрлеген, рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе пропагандалау, ҡыҙҙарҙың ижади ҡеүәтен асыу, йәштәрҙе ижади эшмәкәрлектең төрлө төрҙәренә йәлеп итеү өсөн үткәрелә.

Конкурстың ойоштороусылары – «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы менән берлектә Республика халыҡ ижады үҙәге, Мәҙәниәт министрлығы.