Лайыҡлылар дәүләт наградалары алды

Бөгөн Өфөлә бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына ил һәм республиканың дәүләт наградалары тапшырылды. Танылған опера йырсыһы Асҡар Абдразаҡовтың маҡтаулы исемдәренә бөгөн тағы ла бер бүләк өҫтәлде. Ижадсы Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы исеменә лайыҡ булды.

Лайыҡлылар дәүләт наградалары алды

Өфө дәүләт авиация-техник техник университеты уҡытыусыһы Альберт Солтанов республиканың Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде. Альберт Хан улы телекоммуникация системалары кафедраһын етәкләй.  “Милли батырыбыҙҙың исемен йөрөткән орден ҙур яуаплылыҡ өҫтәй”, ти кавалер.

Лайыҡлылар дәүләт наградалары алды

 “Һеҙҙең хеҙмәт һөҙөмтәһендә республика үҫешә, алдынғы урындар яулай. Һеҙ халыҡ яҡшы йәшәһен өсөн тырышлыҡ һалаһығыҙ”,  - тине бүләкләнеүселәрҙе тәбрикләп, Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров. Ул һәр кемгә фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерҙе.

Лайыҡлылар дәүләт наградалары алды

Бөгөн 70-тән ашыу кешегә дәүләт наградаһы һәм маҡтаулы исемдәр тапшырылды. Радий Хәбиров шулай уҡ республика табиптарын бүләкләне.  

Фото №1 - Лайыҡлылар дәүләт наградалары алды
Выборы 2026
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ