Республикала коронавирус йоҡтороуҙың тәүлек күрһәткестәре арта

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса бөгөнгә 615 яңы осраҡ асыҡланғанған. Дөйөм һандар 71 меңдән ашып китте. 32 кешенең ғүмере өҙөлгән, пандемия башланғандан алып, хәүефле сирҙән вафат булыусылар 2 меңгә яҡынлаша. Әле дауаханаларҙа 986 пациент дауалана, уларҙың иллеһе ауыр хәлдә, 17 кеше тын юлдарын яһалма елләтеү ҡоролмаһына тоташтырылған. Вакциналау күрһәткестәре әкренләп күтәрелә башланы. Һуңғы тәүлектә 15 меңдән ашыу замандашыбыҙ коронавирустан прививка яһатҡан. Вакциналауҙы тулыһынса тамамлаусылар бер миллион 212 меңгә етеп килә. Башҡортостанға килтерелгән вакцина данаһы 1 миллион 800 меңдән ашыу.

Фото №1 - Республикала коронавирус йоҡтороуҙың тәүлек күрһәткестәре  арта
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ