Республика көнө алдынан Радий Хәбиров бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына юғары дәүләт наградалары тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында төрлө һөнәр эйәләре. Башҡортостанды алға әйҙәүҙә, коронавирус менән көрәштә фиҙаҡәрлек күрһәткән замандаштарыбыҙ хаҡында киләһе яҙма.
«Ҡыҙыл зона»ла тәүлек әйләнәһенә эшләп, меңдәрсә кеше ғүмерен ҡотҡарған табиптар юғары дәүләт наградалары менән бүләкләнә. Ил президенты Указына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ҡаҙаныштары Пирогов ордены, Лука Крымский миҙалы, Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән билдәләнгән. Тәбрикләнеүселәр араһында Өфөнөң Дим биҫтәһендәге ковид-госпиталь бүлеге етәксеһе Руслан Ғүмәров та бар. «Коронавирус менән көрәш дауам итә, тик берҙәм көс менән генә уға ҡаршылыҡ күрһәтергә мөмкин»,- тигән ҡарашта белгес.
Пандемия кешелек өсөн оло һынауға әйләнеп, табип һөнәренең айырыуса мөһимлеген иҫкәртте. Колонна залында йыйылыусылар – оло күлдең бер тамсыһы ғына. Алғы һыҙыҡта – тотош армияға тиң берләшмә. Республика етәксеһе Радий Хәбиров бөгөнгө шарттарҙа һаулыҡ һаҡлау өлкәһен тағы ла нығытыу мөһимлеген билдәләне.
Аяуһыҙ сирҙе еңеү өсөн коллектив иммунитет булдырыу мөһимлеге билдәләнде. Республикала ике миллиондан ашыу кешегә прививка ҡаҙарға кәрәк. Вакцинация барышында урта медицина персоналына ҙур көсөргәнеш төшә. Илеш районынан фельдшер Анюта Андриева оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, коронавирусты тулыһынса еңгәнсе сафта булырға йыйына. «Хеҙмәт ҡаһарманлығы» миҙалына лайыҡ булыуы осраҡлы түгел.
Республика көнө алдынан мәғариф, фән, ауыл хужалығы, сәнәғәт, спорт өлкәһендә эшләүселәр ҙә тәбрикләнде. Абруйлы исемдәргә лайыҡ булыусылар араһында Башҡортостан юлдаш телевидениеһының элекке баш инженеры, бөгөн төбәктең дәүләт идараһының һанлы үҫеше министры урынбаҫары Рөстәм Хаматвәлиев та бар. Пенсия фонды белгестәре, дизайнер, рәссамдар һәм артистар - Колонна залында алҡыштар бер минутҡа ла тынманы.
Радий Хәбиров бүләкләнеүселәрҙең барыһы ла республика ғорурлығы булыуын билдәләне. Башҡортостан тырыш һәм эшһөйәр халҡы менән дан тота, тап улар ярҙамында үҫешә, тулы ышаныс менән киләсәккә ҡарай.
Хеҙмәткә тоғролоҡ һәм фиҙаҡәрлек өлгөһө. Юғары дәүләт наградаларын алыусыларҙың күбеһе Колонна залынан тура эш урындарына юлланды. Бигерәк тә табиптар алдында бөгөн айырыуса ҡатмарлы осор. Ковид-19 инфекцияһын юҡ итеүгә бар көстәр йүнәлтелгән.
Гөлназ Хәйбуллина







