Башҡортостанда коронавирус йоҡтороуҙың тәүлек күрһәткестәре арта. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса бөгөнгә 615 яңы осраҡ асыҡланғанған. Дөйөм һандар 71 меңде ашып китте. 32 кешенең ғүмере өҙөлгән, пандемия башланған көндән хәүефле сирҙән мәрхүм булыусылар һаны 2 меңгә яҡынлай.
Дауаханаларҙа әле барлығы 986 пациент дауалана, уларҙың иллеһе ауыр хәлдә, 17 кеше тын юлдарын яһалма елләтеү ҡоролмаһына тоташтырылған. Вакциналау күрһәткестәре әкренләп күтәрелә башланы. Һуңғы тәүлектә 15 меңдән ашыу замандашыбыҙ коронавирустан прививка яһатҡан.
Вакциналауҙы тулыһынса тамамлаусылар бер миллион 212 меңгә етеп килә. Башҡортостанға килтерелгән вакцина дозаһы 1 миллион 800 меңдән ашыу.
Рафиҡ Әхмәтшин




