Йөрәк сирҙәрен дауалауҙа позитрон-эмиссион томография системаһы файҙаланыла башлай

Тәжрибә уртаҡлашып. Башҡортостанда йөрәк сирҙәрен дауалау өсөн позитрон-эмиссион томография системаһы файҙалана башлай. Республика кардиология үҙәгендә заманса диагностика юлдарын ҡулланыу өсөн Мәскәү табиптары менән түңәрәк өҫтәл ойошторолдо.

 Яман шеш һәм башҡа сирҙәрҙе иртә стадияла асыҡлау өсөн ПЭТ системаһы иң һөҙөмтәле ысулдың береһе булып тора. Белгестәр әйтеүенсә, Башҡортостанда ПЭТ системаһы менән файҙаланыу өсөн бөтә шарттар булдырылған.

Беҙҙең үҙәктә йыл аҙағына тиклем 100 пациент ПЭТ томография үтә ала. Уларға был хеҙмәттәр юллама буйынса бушлай үткәрелә. Быға тиклем беҙ яман шеш ауырыуҙарын асыҡлау өҫтөндә эшләнек. Йөрәк сирҙәрен иртә стадияла асыҡлау пациенттың йәшәү сифатын яҡшыртырға, оҙағыраҡ йәшәргә ярҙам итә.

Эмма Мөхәмәтханова, «Пэт-технолоджи» үҙәге баш табибы
Фото №1 - Йөрәк сирҙәрен дауалауҙа позитрон-эмиссион томография системаһы файҙаланыла башлай

Рафиҡ Әхмәтшин

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ