«Башҡорт ихаталары» программаһы 99 процентҡа үтәлгән. Быйыл 140 ихата комплекслы тәртипкә килтерелгән. Бының өсөн 742 миллион һум тотонолған. Баймаҡ ҡалаһында ла программа уңышлы тормошҡа ашырыла. Күптән түгел ҡаланың Юбилей урамындағы күп фатирлы йорттар эргәһендә барлыҡҡа килгән яңы спорт-уйын майҙансығынан кеше өҙөлмәй. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Мини футбол һәм баскетбол майҙансығы малайҙарҙың иң яратҡан урыны. Уның кәртәле булыуы өлкәндәргә хәүефләнергә урын ҡалдырмай. Кескәйҙәр өсөн ҡаласыҡ бар талаптарға яуап бирерлек итеп эшләнгән. Шулай уҡ күп ҡатлы йорттар алдындағы автомобилдәр урыны, киң тротуарҙар, яҡтыртҡыс бағаналар – был йорттарҙа йәшәүселәрҙең бар теләктәре иғтибарға алынды.
.Ҡаланың үҙәк майҙанында ла эштәр ҡайнай. Төҙөкләндереүгә 5 бригада йәлеп ителгән,10 берәмек техника эшләй.Төҙөлөш материалдары Мәскәү ҡалаһынан, Белореттан ҡайтарыла.
Күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәрҙең тормош шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән «Башҡорт ихаталары» проекты буйынса 2019 йылдан алып ҡалала 7 уңайлы майҙансыҡ барлыҡҡа килде. Киләһе йылда дәүләт программаһы буйынса тағы ла 4 ихата яңыртыласаҡ.
Раушания Рәхимова




