Санитар-эпидемиология талаптары нигеҙендә. Башҡортостан театрҙары пандемия шарттарында сираттағы ижад миҙгелен аса. Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры тамашасыһын Мөхәмәтша Буранғоловтың «Башҡорт туйы» спектакле менән ҡыуандырҙы. Азат Йыһаншин сәхнәгә ҡуйған әҫәрҙе театр һөйөүселәр бик йылы ҡабул итте.
Рус драма театры өсөн 160 ижад миҙгеле асылды. Юбилей уңайынан коллектив махсус тамаша әҙерләгән. Сәхнәгә рус академия драма театрынын бөтә коллективы, 50 нән ашыу кеше сыҡты. Улар театр беҙҙең йортобоҙ тип аталған тамашаны сәхнәләштерҙе. Театр артистары тамашасыға театрҙың йәмғиәтебеҙҙә тотҡан роле, актер эше тураһында һөйләп бирҙе.
Рафиҡ Әхмәтшин




