Экспозицияла Вадим Абдуллаевтың картиналары ҡуйылған. Пейзаж, натюрморт, портреттар – рәссам май һәм акварель буяуҙар ҡулланып эшләй. Күргәҙмәлә төрлө йылдарҙа яҙылған картиналар урын алған.
Авторҙың быуаттар төпкөлөнә буяуҙар менән ҡараш белдергән эштәре байтаҡ. Рәссам Стәрлетамаҡта йәшәй һәм эшләй. Наумовка мәсете Вадим Абдуллаевтың ҡулдары менән биҙәлгән. Уның ижади эштәре Рәсәй һәм сит илдәр музейҙарында, шәхси коллекцияларҙа һаҡлана.
Рәмилә Исмәғилева




