Рөстәм Нәбиев Манаслу бейеклеген яулауҙы әсәһе рухына бағышлаған

Уҙған төндә блогер Өфөгә әйләнеп ҡайтты. Рөстәм – ҡулдарында 8 мең метр бейеклеккә күтәрелгән донъялағы тәүге кеше. Блогер иҫәбендә шулай уҡ Кавказдағы Эльбрус тауы.

Рәстәм Нәбиевтың Гималайға экспедицияһы 40 көн дауам иткән. Манаслуға күтәрелгәндә Рөстәм 7 пар бейәләй туҙҙырып өлгөрә. Блогерҙың йыһанға осоу хыялы ла бар. Аныҡ маҡсат булғанда, уны ла тормошҡа ашырып була, тигән фекерҙә Рөстәм Нәбиев.

Бер аҙҙан ул Африкаға юлға сығырға ниәтләй. Блогер Килиманджаро тауына күтәрелергә теләй. Сәйәхәт алдынан Рөстәм ғаиләһе менән көс туплаясаҡ. «Өйҙә бешерелгән аш-һыу, яҡындарымдың күңел йылыһына һыуһаным», – ти блогер.

Фото №1 - Рөстәм Нәбиев Манаслу бейеклеген яулауҙы әсәһе рухына бағышлаған

Рафиҡ Әхмәтшин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ