Көйөргәҙе районында меценат башланғыс мәктәпте төҙөкләндергән

«Атайсал» проекты буйынса Көйөргәҙе районы Яңы Мораптал ауылында башланғыс мәктәп төҙөкләндерелде. Мәғариф учреждениеһына капиталь ремонт өсөн меценат 15 миллион һум аҡса бүлгән. Яңы төҫ алған мәктәп беренсе сентябрҙән үҙ ишектәрен асҡан. Башҡортостандағы иң матур башланғыс мәктәпте БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева барып күрҙе.

Башланғыс мәктәптә ни бары алты бала уҡый. Икенсе синыфта икәү, өсөнсөлә берәү һәм дүртенселә өс. Һәр береһенә айырым парта, яңы дәреслектәр.

Уҡыусылар хәҙер өҫтө аҡбурға буялмай. Уларға бигерәк тә заманса таҡтаға фломастер менән яҙыу оҡшаған.

Башҡортостан сигендәге ауыл мәктәбендә уҡытыу ҙур ҡалаларҙағы белем усаҡтарындағы шарттарҙан ҡалышмай. Һәр балаға планшет һатып алынған. Интерактив таҡта ла бар. Утыҙ йылдан ашыу башланғыс синыфтарҙы уҡытҡан Рәмилә Ҡужаҡова бындай мөмкинлектәр тураһында әлегә тиклем хыялланған ғына.

Информатика дәресе ноутбуктар менән үтә. Иркен йыуыныу бүлмәһе бар, спорт менән шөғөлләнеү өсөн майҙансыҡтар эшләнгән. Балаларға кесе йәштән сәләмәтлеген нығытыу өсөн бөтәһе лә ҡаралған. Уҡыусылар дәрестәрҙән һуң унда шөғөлләнә. Шулай уҡ ауылда, ниһайәт, балалар майҙансығы булдырылған.

Яңы Мораптал ауылында тыуып үҫеп Мәскәүҙә йәшәгән меценат 15 миллион һум аҡса бүлгән. Мәктәпте төҙөкләндереү быйыл март айында башланған. Эштәр ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә башҡарылыуына ҡарамаҫтан, объектта ремонт теүәл үтәлгән һәм быйыл беренсе сентябрҙә бында ҡыңғырау сыңлаған. Әйтергә кәрәк, Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә проект тураһында яҙып сыҡты һәм фотоһүрәттә мәктәптең ремонтҡа тиклемге айырмаһын күрергә мөмкин.

Балалар баҡсаһынан һуң мәктәпкә өйрәнеп китеү кескәйҙәргә еңел биреләсәк. Сөнки ремонт сағыу төҫтәге материалдар менән эшләнгән. Йыраҡтан уҡ мәктәп балҡып үҙенә саҡырып тора.

Фото №1 - Көйөргәҙе районында меценат башланғыс мәктәпте төҙөкләндергән

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ