Республика көнөнә филармония

Сибайҙар Республика көнөнә арналған тантаналарҙы ҡала филармонияһының заманса бинаһында билдәләне. 2015 йылдағы янғында ҙур зыян күргән мәҙәниәт учреждениеһы төҙөкләндерелгәндән һуң үҙ ишектәрен асты.

Сибайҙарҙың шатлығын уртаҡлашырға Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова килде. Байрам сараһынан БЮТ каналынан киләһе репортаж. 

Алты йыл буйы тынып торған филармония йәнә йыр-моңға күмелә. Республиканың мәҙәни мираҫ объекттары исемлегенә ингән, таусылар ҡалаһының йөҙөн билдәләгән тарихи бина реконструкциянан һуң яңы һулыш кисерә. Янғындан зыян күргән залдарҙы бөгөн танырлыҡ та түгел. Бар талаптарға яуап биргән сәхнә, иркен тамаша залы, кейенеү-биҙәнеү бүлмәләре, яҡты фойе. Шул уҡ ваҡытта бинаның үҙенсәлекле архитектура элементтары һаҡланған.

Сибай көньяҡ райондарҙың мәҙәни мәккәһе тип һаналыуы ла филармония тарихына менән бәйле. Уҙған быуаттың уртаһында төҙөлгән мәҙәниәт учреждениеһында күләмле, сағыу тамашалар ҡуйыла, коллектив үҙенең билдәле сәхнә оҫталары менән дан тота.

Сибайҙар бөгөн дә данлы тарихына тап төшөрмәй, ижади коллектив миҙгел һайын тамашасыларға бай йөкмәткеле, халыҡсан программалар тәҡдим итә. Бөгөн Сибай сәхнәһендә оҙайлы йылдар фиҙаҡәр хеҙмәт иткән сәхнә әһелдәре юғары дәүләт наградалары, маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде.

«Сулпан» балалар театрынан билдәле актерҙар ғаиләһе – Рәмзиә һәм Фәһим Сөнәғәтовтар, сағыу сығыштары менән халыҡ һөйөүен яулаған сәхнә оҫтаһы Гөлназ Исламғолова «Башҡортостандың атҡаҙанған артисы» тигән абруйлы исемгә лайыҡ булды.

Сибай концерт-театр берекмәһе Республика көнө айҡанлы «Урал аръяғында тыуғандар» тигән сағыу тамаша әҙерләгән. Сәнғәт әһелдәре фекеренсә, хәҙер эшләү өсөн тулы шарттар бар, тамашасыларҙы яңы, сағыу ижад емештәре менән һөйөндөрөргә мөмкин.

Фото №1 - Республика  көнөнә  филармония

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ