Башҡортостан баш ҡалаһындағы билдәле урындарҙың береһе – Өфө циркының асылыу ваҡыты иғлан ителде. Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы менән бинала ремонт буйынса һөйләшеүҙәр алып барыла.
Төҙөкләндереү өсөн яҡынса 1 миллиард һум кәрәк. Республика ҡаҙнаһынан 100 миллион һум бүлергә әҙерҙәр. Финанслау мәсьәләһе мартта хәл ителергә тейеш. Ул ыңғай хәл ителгән осраҡта, Өфө дәүләт циркы 2020 йылға асыла, ти мәҙәниәт учреждениеһы етәкселеге.
Бинаға етди ремонт талап ителә тип, Өфө дәүләт циркы 2017 йылда ябылғайны.





