Был турала «Илдең юртаҡ аттарҙы үрсетеү берлеге» идараһы рәйесе Николай Исаков белдерҙе. Отставкалағы генерал Өфөгә «Терра-Башҡортостан» турнирының финалын ҡарау өсөн килгән. Миҙгелдә дауамында барған ат ярыштарының хәл иткес этабында республиканың иң көслө 10 жокейы ҡатнашты. Ҡыҙыу бәйге барышын БЮТ каналының ижади төркөмө күҙәтте.
Башҡорт ҡымыҙы, ҡаҙылыҡ, ит деликатестары. «Аҡбуҙат» ипподромы фойеһында ауыл хужалығы продукцияларынан торған йәрминкә ойошторолған. Финалда ҡатнашыусы райондарҙың тауар етештереүселәре Өфөгә үҙ продукцияларын килтергән.
Ә был каравайҙы Ҡырмыҫҡалы уңғанбикәләре бешергән. Уны әҙерләү өсөн 45 килограмм он һәм 450 грамм тоҙ ҡулланылған. Аш-һыу оҫталары шулай уҡ икмәк-ҡаластар, бауырһаҡ-бәлештәр ҙа килтергән. Күңел йылыһы һалынған ризыҡтарҙың төрлөлөгөнән күҙҙәр ҡамаша.
Ә был ваҡытта ипподромда «Терра-Башҡортостан» турнирының финал ярыштары башланды. Уларҙа миҙгел дауамындағы һайлап алыу этаптары еңеүселәре ҡатнашты.
Иң тәүҙә жокейҙар бер, һуңынан йәрәбә буйынса эләккән икенсе аттарҙа ярышты. Ике этап һөҙөмтәһе буйынса еңеүселәр асыҡланды. Шулай итеп быйылғы «Терра-Башҡортостан» турнирында Әлшәй районынан Руслан Гәрәев беренсе урын яуланы. Ул ярты миллион һумлыҡ аҡсалата приз менән бүләкләнде. Икенсе, өсөнсө урындарҙы Кушнаренконан Илназ Гәрәев менән Дыуандан Илдар Нурғәлиев бүлеште.
Киләсәктә ат ярыштары ваҡытында тотализатор барлыҡҡа киләсәк. Әле был мәсьәлә өҫтөндә һөйләшеүҙәр алып барыла. Шулай уҡ Башҡортостан киләсәктә Рәсәйҙең йылҡысылыҡты үҫтереү үҙәгенә әүерелеүе ихтимал.
Ойоштороусылар киләһе йылға турнирҙың форматын үҙгәртергә нитәләй. Шуларҙың береһе – һайлап алыу этаптарын райондарҙа үткәреү.
Илдар Байбулатов




