Ҡаҙағстан властары Башҡортостан менән идара итеү үҙәген ентекле өйрәнергә теләй. Бөгөн Республика башлығы Радий Хәбиров һәм Ҡаҙағстан делегацияһы был үҙәкте ҡараны. Башҡортостан менән идара итеү үҙәге 2020 йылдың 19 ноябрендә эшләй башланы. Һанлыҡ платформала бөтә йүнәлештәр буйынса мәғлүмәттәр туплана. Ҡаҙағстан вәкилдәре үҙәк эшмәкәрлегенә юғары баһа бирҙе, был тәжрибәне ныҡлы өйрәнергә кәрәклеге тураһында белдерҙе. Республика башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, Ҡаҙағстан Башҡортостандың тышҡы иҡтисады өсөн өҫтөнлөклө булып тора. Иҡтисад, фән, мәғариф, мәҙәниәт өлкәләрендә иң юғары кимәлдә хеҙмәттәшлек булдырылған.




