Ҡаҙағстан менән килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды

Башҡортостанға Ҡаҙағстан делегацияһы килде. Бөгөн  рәсми ҡунаҡтар Өфөлә Салауат Юлаев  һәм  Шәйхзада  Бабич һәйкәлдәренә сәскә һалды. Ҡаҙағстан вәкилдәре Республика  менән идара  итеү үҙәгендә  булды, уның  эшмәкәрлегенә юғары баһа бирҙе, был тәжрибәне ныҡлы өйрәнергә кәрәклеге тураһында белдерҙе. Шулай  уҡ  Ҡаҙағстан вәкилдәре  Башҡортостан сода  компанияһының химия сәнәғәтендәге  тәжрибәһен өйрәнә. Ошо турала  килешеүгә ҡул  ҡуйылды.   Өфө  менән  Нурсолтан араһында  һауа юлын  асыу ваҡыты  ла билдәле  булды, осоштар киләһе  йылда  башлана.

Фото №1 - Ҡаҙағстан менән килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ