Бөгөн Башҡортостан халҡы Республика көнөн байрам итә

Ошо уңайҙан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республикала йәшәүселәргә ҡотлау һүҙҙәре менән мөрәжәғәт итте.

Социаль селтәрҙәге яҙмаһында төбәк етәксеһе һәр кемгә именлек һәм изгелек теләп, әлеге ваҡытта беҙҙең команданың маҡсаты республикала йылдан-йыл тормош сифатын яҡшыртыу, һәр кемгә йәшәү өсөн уңайлы шарттар булдырыу, тип белдергән. 

«Торатау» конгресс-холында Республика көнө уңайынан уҙғарылған  тантаналы ултырышта Радий Фәрит улы 1990 йылдың 11 октябре Башҡоритостанда йәшәүсе һәр кемгә ҡәҙерле дата булыуын, тап ошо көндә беҙ ғорурланған Башҡортостандың яңы тарихы башланыуын билдәләне. Башҡортостан етәксеһе республика ҡеүәтен арттырыусы, уны тырыш хеҙмәте һәм күркәм эштәре менән йәмләүсе  Башҡортостан халҡына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. 

Фото №1 - Бөгөн Башҡортостан халҡы Республика көнөн байрам итә
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ