Хәйбулла районы Байғусҡар ауылында төҙөкләндерелгәндән һуң мәҙәниәт йорто асылды

Ярты быуаттан ашыу ваҡыт эсендә клубта бер тапҡыр ҙа ремонт үткәрелгәне булмаған. Эштәрҙе башҡарыу өсөн 6 миллион һум самаһы аҡса бүленгән. 

Район мәҙәниәт йорто артистары ҡунаҡтарҙы сағыу концерт номерҙары менән ҡаршы алды. Иҫтәлекле ваҡиға менән Байғусҡар ауылы халҡын мәртәбәле ҡунаҡтар ҡотланы. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, мәҙәниәт йорто танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Бинаға тулыһынса ремонт эшләнгән, сәхнә яңыртылған һәм тамашасылар өсөн ултырғыстар алынған.

Бүленгән аҡсаға шулай уҡ ижади коллективтар өсөн сәхнә кейемдәре тектерелгән, музыка ҡорамалдары һатып алынған. Ошонда уҡ китапхана һәм теннис уйнау өсөн өҫтәл урынлаштырылған. Байғусҡар ауылы халҡы хәҙер яңы клубта Өфө артистарының да сығыштарын алҡыштарға күмергә әҙер.   

Фото №1 - Хәйбулла районы Байғусҡар ауылында төҙөкләндерелгәндән һуң мәҙәниәт йорто асылды

Илдар Байбулатов

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ