Объектты төҙөкләндереүгә федераль проект һәм төбәк ҡаҙнаһынан аҡса тотонолған.
Яңыртылған музейҙы асыу тантанаһына Өфөнән Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия- интернаты уҡыусылары һәм педагогтары килде. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры актерҙары, урындағы ижади төркөмдәр композиторҙың әҫәрҙәрен башҡарҙы. Сара йыр-моңға мәҙхиә байрамына әйләнде.
Күренекле башҡорт композиторының тыуған ауылындағы тарихи объектҡа ремонт «Мәҙәниәт» милли проекты ярҙамында эшләнгән һәм был маҡсатта өс миллион һумға яҡын аҡса бүленгән.
Ғәзиз Әлмөхәмәтов – йырсы, композитор, музыкаль йәмәғәтселек эшмәкәре. Тәүгеләрҙән булып «Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы» исеменә лайыҡ булыусы, башҡорт профессиональ музыкаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Сәйәси золом ҡорбаны.
Музейҙа дөйөм майҙаны 109 квадрат метрлыҡ өс зал бар. Экспозицияның беренсе бүлеге - Ғәзиз Әлмөхәмәтов залы, икенсеһе – Хәрби һәм Хеҙмәт Даны залы, өсөнсөһө – этнография залы. Бында шәхестең фотоһүрәттәре, ғәрәп телендә яҙылған афишалары һәм башҡа әйберҙәре һаҡлана.
Яңыртылған бинала опера йырсылары тере тауыш менән йырлаһа, хатта кәштәләге күптән тынып ҡалған хромка гармундан да дәртле көйҙәр ағылды.
Рәмилә Исмәғилева







