Андрей Федорцов һәм Олег Тактаров ҡатнашлығында төшөрөлгән «Саня, газуй!» кинотаҫмаһында төп ролде Өфө актрисаһы Арина Федорова башҡара. Сериалда сервисҡа автослесарь булып эшкә урынлашҡан Саня исемле ҡыҙҙың көндәлек тормошо һүрәтләнә.
Ҡатмарлы һөнәр үҙләштергән гүзәл затҡа хеҙмәттәштәренең һанға һуҡмауы һәм клиенттарының уға ышанмай ҡарауы менән көрәшергә тура килә. Тырыш ҡыҙ ир-егеттәр коллективында юғалып ҡалмай һөнәри һәләттәрен иҫбатлай ала. Яңы сериалдың беренсе серияһы интернет селтәренә ноябрҙә сыға.
Флорида Ким




