«Алға, Башҡортостан» тип аталған состав ун вагондан тора һәм Сокольники линияһы буйлап хәрәкәт итәсәк. Метроға старт бөгөн Өфөнөң «Торатау» когресс-холынан, Республика көнөнә арналған тантаналы ултырыш алдынан бирелде.
Сарала шулай уҡ Башҡортостандың һуңғы йылдарҙағы уңыштары барланды, киләсәккә маҡсатта билдәләнде. Хеҙмәт алдынғыларын бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Республиканың төп байрамынан БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Милли орнаменттар менән биҙәлгән сағыу вагондар тәү ҡараштан иғтибарҙы йәлеп итә. Состав «Алға Башҡортостан» тип атала, ул бөгөндән пассажирҙар әйләнеше тәүлегенә генә 1 миллионға еткән Сокольники линияһы буйлап юлға сыға. Поездың тап ошо йүнәлештә хәрәкәт итеүе осаҡлы түгел, 1930 йылда Мәскәү метроһының ошо ҡулсаһын төҙөгәндә 5 мең яҡташыбыҙ ҡатнаша. Йәғни һәр бишенсе төҙөүсе Башҡортостандан була.
Радий Хәбиров билдәләүенсә, «Алға, Башҡортостан» поезы Мәскәү халҡына һәм ҡунаҡтарына ошо линияны төҙөүселәр хаҡында хәтерләтеп торасаҡ һәм ил төбәктәре тураһында мәғлүмәт бирәсәк. Сөнки состав сағыу, матур ғына түгел, файҙалы мәғлүмәттәр менән дә байытылған.
Әлбиттә, пандемия шарттары бар тармаҡтарға ла үҙгәрештәр индерә. Республика көнөнә арналған тантана ла хәүефһеҙлек талаптары үтәп кенә уҙғарыла. Сараға куаркодтар менән генә инергә мөмкин. Әммә ошо ҡатмарлы осорға ҡарамаҫтан, Республиканың юл-транспорт өлкәһендә генә түгел, башҡа тармаҡтарҙа ла ҡаҙаныштары бихисап.
Радий Хәбиров билдәләүенсә, Башҡортостан социаль-иҡтисади күрһәткестәрҙе тотороҡло һаҡлап килә. Радий Фәрит улы 1990 йылдың 11 октябре һәр кемгә ҡәҙерле дата булыуын, тап ошо көндә беҙ ғорурланған Башҡортостандың яңы тарихы башланыуын да билдәләне һәм төбәк халҡына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Республика көнөнә арналған тантаналы ултырышта Ҡаҙағстан һәм Донецк халыҡ республикаһының ҡунаҡтары ла ҡатнашты. Радий Хәбиров ике яҡ араһындағы иҡтисади һәм дуҫлыҡ бәйләнештәрен нығытыуға тос өлөш индергән Ҡаҙағстан вәкилдәренә «Халыҡтар дуҫлығы» орденын тапшырҙы.
«Халыҡтар дуҫлығы» ордены менән бүләкләнеүселәр араһында Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Ханов та бар. Мәшһүр сәхнә оҫтаһы тыуҙырған образдар һәр беребеҙгә яҡшы таныш. Оло тормошҡа ҡыҙыҡһыныу менән баҡҡан Кендекме, йәки көтөүсе Абдрахман ролеме, улар барыһы ла юғары һөнәри оҫталыҡ өлгөһө булып тора.
Юғары дәүләт наградаларына ике тиҫтәнән ашыу хеҙмәт алдынғыһы лайыҡ булды. Бүләкләнеүселәр араһында күренекле дәүләт эшмәкәре Рафаэль Байдәүләтов, билдәле ғалим Ғиниәт Ҡунафин да бар. Уларҙың республикаға фиҙәҡәр хеҙмәт миҙал менән баһаланды.
Бүләкләнеүселәр араһында башҡа тармаҡтарҙа эшләүселәр ҙә бар. Сөнки республиканың уңыштары бөртөкләп йыйыла. Бөгөн беҙ Башҡортостандың тотороҡло үҫеше менән ғорурланабыҙ икән, был ҡаҙаныштарға ябай хеҙмәт кешеләренең тырышлығы, ҡул һәм аҡыл көсө һалынған.
Рәмзиә Кәримова







