65-тән өлкәндәр өйҙәрендә ултырасаҡ

Иртәгәнән Башҡортостанда 65 йәштән өлкән кешеләргә мотлаҡ изоляция тәртибе ғәмәлгә инә. Был турала республика етәксеһе Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Изоляция режимы вакцина яһатмаған ололарға һәм хроник сирлеләргә ҡағыла.

65-тән өлкәндәр өйҙәрендә ултырасаҡ

Бөгөндән  27 октябргә тиклем музей, күргәҙмә залдары, китапханалар, сауҙа үҙәктәре, матурлыҡ, массаж, СПА салондары, солярий, мунса, сауна, физкультура-спорт комплекстары, фитнес клубтары, бассейндар, йәмәғәт туҡланыуы ойошмаларына барғанда, ҡала-ара автобустар һәм “Орлан”  ҡала яны поезына билет алғанда вакцинация тураһында сертификат, ярты йыл эсендә ковид менән ауырығанды йәки ПЦР-тестың кире һөҙөмтәһе хаҡында белешмә күрһәтергә кәрәк.

Фото №1 - 65-тән  өлкәндәр өйҙәрендә  ултырасаҡ
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ