Республикала коронавирус сирлеләр өсөн 8 меңдән ашыу урын булдырылған. Уларҙың 90 процентында ауырыуҙар ята. Был турала Хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе. Әле республика стационарҙарында 1 мең 95 кеше дауалана, шуларҙың 55-е ауыр хәлдә. Ведомство етәксеһе йоғошло сир менән ауырыусыларҙы йәш категорияһы буйынса атап уҙҙы.
Башҡортостанда уҙған тәүлектә 633 кешелә коронавирус теркәлгән, 34 пациент вафат булған.Республикала 1 миллион 345 мең кеше вакцинаның 1-се компонентын яһатҡан, 1 миллион 225 меңе иммунизацияны тулыһынса тамамлаған.




