Ҡаҙағстан вәкилдәре республикабыҙҙың мәҙәни-иҡтисади тормошона ҙур ҡыҙыҡһыныу белдерә. Ике республика араһында милли һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәр ҙә тығыҙ. Ҡаҙағстан вәкилдәре республика башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин оҙатыуында Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назараты резиденцияһында ла булды. Был биләмәлә Рәсәй ислам университеты корпусы ла төҙөлә. Баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин билдәләүенсә, Ҡаҙахстан ислам университеты менән хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеү мөһим әһәмиәткә эйә. Ул традицион исламды һаҡлап ҡалыуға, экстремизм, радикаль ағымдар һәм терроризмды профилактикалауға ла булышлыҡ итә.
Әйткәндәй, бөгөн Тәлғәт Тажетдин тыуған көнөн билдәләй. Уға 73 йәш тула.Тәлғәт Сафа Тажетдин 1948 йылда Ҡаҙан ҡалаһында эшселәр ғаиләһендә тыуған. Үзбәкстандың Бохара ҡалаһында руханиҙар училищеһында, Ҡаҙандағы Әл-Мәржәни йәмиғ мәсетендә белем ала. 1978 йылда Ҡаһирәлә бөтә донъяға билдәле “Әл-Әзһар” университетын тамамлай. “Кеше хеҙмәте менән бәхетле”, - ти баш мөфтөй.




