Республикала 1 миллион 225 мең кеше коронавирусҡа ҡаршы прививканың ике компонентын да яһатҡан. Ял көндәрендә вакцина эшләтеүселәрҙең һаны кәмеүе күҙәтелә. Был турала бөгөн Хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә Максим Забелин белдерҙе.
Пандемия башланғандан алып, республикала 73 мең ярым кешелә йоғошло ауырыу асыҡланған. 1947 кеше коронавирус ҡорбаны булған.




