Башҡортостандың сәнәғәт өсөн кадрҙар әҙерләү тәжрибәһе менән Татарстан ҡыҙыҡһына

Бөгөн ике республика етәкселәре - Радий Хәбиров һәм Рөстәм Миңлеханов, шулай уҡ "Ростех" дәүләт корпорацияһының авиация комплексы башҡарма директоры Анатолий Сердюков Өфө моторҙар төҙөү берекмәһендәге яңы етештереү-уҡытыу үҙәген ҡараны. Унда 14 мең ярым квадрат метр майҙанда сәнәғәт биләмәләре, уҡыу кластары һәм лабораториялар урынлашҡан. Был объект өсөн 2 миллиард 400 миллион һум инвестиция һалынған. Йыл һайын республика предприятиелары өсөн 2 мең квалификациялы белгес әҙерләү маҡсаты ҡуйыла. Рөстәм Миңлеханов белдереүенсә, Өфөлә донъя кимәлендәге үҙәк булдырылған, кадрҙар барыһын да хәл итә, был тәжрибәне өйрәнергә  кәрәк.

Фото №1 - Башҡортостандың сәнәғәт өсөн кадрҙар әҙерләү тәжрибәһе менән Татарстан ҡыҙыҡһына
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ