Башҡортостан юл хужалығы ҡышҡы шарттарҙа эшләргә әҙер. Был турала бөгөн хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә Транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев белдерҙе. Республикала оператив штабтар булдырылды, тине ул.
Республика башлығы Радий Хәбиров водителдәрҙе һауа шарттары тураһында иҫкәртеү эшен ойошторорға ҡушты.







