Башҡортостанда коронавирус таралыу буйынса ауыр хәлгә бәйле сикләү саралары көсәйтелде

Бөгөндән сауҙа үҙәктәре ишектәре тик коронавирусҡа ҡаршы прививка ҡаҙатыусылар, йә һуңғы ярты йылда сирҙе үткәреүселәр өсөн генә асыҡ. Указға индерелгән үҙгәрештәрҙең теүәл үтәлешен яуаплы органдар контролгә алған. Мониторинг барышын БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина күҙәтте.

Сауҙа үҙәгенә килеүселәр яңы талапты ишетеү менән ишектән үк кире борола. Һаҡ хеҙмәте аша үтерлек түгел – вакцинация сертификаты, йә һуңғы алты айҙа коронавирус менән сирләү тураһында белешмә, йә пцр-тестың кире һөҙөмтәһен күрһәтергә кәрәк. Ҡулдарында тейешле документ булмаған осраҡта, күптәр магазин буйлап сәйәхәтен кисектерергә мәжбүр.

Өфөлә генә ҡырҡтан ашыу эре сауҙа комплексы иҫәпләнә. Һәр ҡайһыһында кәмендә ике инеү урыны. Ишек алдарында сират булдырмаҫ өсөн контроль пунктта хеҙмәткәрҙәр һаны арттырылған. Һаҡта тороусыларға бәхәсле осраҡтарҙы ла хәл итергә тура килә, сөнки талашып, һүҙ менән еңеп үтергә тырышыусылар етерлек.

Вакцинация үткәндәрҙең  куар кодтары сканер аша үткәреп  тикшерелә. Ҡағыҙ белешмәләрҙең датаһына ла иғтибар ителә.

Быға тиклем халыҡ менән шығырым тулы сауҙа нөктәләре бушап ҡалғандай тойола. Һаҡ хеҙмәте һәр икенсе, өсөнсө кешене индермәй. Берәүҙәр документтарын өйҙә ҡалдырһа, икенселәр "юҡлыҡҡа" һылтана. Район-ҡала хакимиәте, төрлө ведомство хеҙмәткәрҙәре көн дауамында  мониторинг ойоштороп, ғәмәлгә ингән сикләү сараларының теүәл үтәлешен тикшерҙе.  Өфөнөң Киров районында етешһеҙлектәр асыҡланмаған.

Ишембай ҡалаһында ла сауҙа үҙәктәре, күңел асыу урындарына профилактик рейдтар ойошторолған. Был эшкә  хоҡуҡ һағындағылар ҙа йәлеп ителә. Яңы талаптарҙы теүәл үтәмәүсе компанияларға ҙур штрафтар янай. Эшмәкәрлеге бөтөнләй туҡтатылыуы ихтимал.

Башҡортостанда ковид-19 инфекцияһы таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек режимы буйынса Указға үҙгәрештәр этаптарға бүлеп индерелә башлағайны. Тәү сиратта, дәүләт мәҙәниәт учреждениеларына иғтибар йүнәлтелде.

Справка, йәки сертификат булмаған осраҡта, кино, спектакль, концерт та ҡарап булмай. Китапхана, күргәҙмә залдары, музейҙарға ла юл ябыҡ. Бөгөндән башлап ҡәтғи саралар сауҙа нөктәләренән тыш, Орлан поезы һәм  ҡала-ара автобустарға ла ҡағыла.

Фото №1 - Башҡортостанда коронавирус таралыу буйынса ауыр хәлгә бәйле сикләү саралары көсәйтелде

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ