Баш ҡала мәктәбенә атыу ойоштороу менән янап видеояҙма таратҡан үҫмер асыҡланды

 Мәғлүмәт барлыҡҡа килеү менән хоҡуҡ һаҡлау органдары оператив саралар күрә һәм бер-нисә сәғәт эсендә уның авторы табыла. Асыҡланыуынса, 12 йәшлек үҫмер шаяртырға маташҡан. Әле уҡыусы һәм уның ата-әсәһе менән хоҡуҡ һаҡсыларынан тыш, психологтар эшләй.

Малайҙың социаль селтәрҙәге аккаунты һәм таратылған видеояҙма ҡарауға сикләнгән. Республиканың мәғариф һәм фән министрлығы ата-әсәләрҙе ығы-зығы тыуҙырмаҫҡа өндәй.

Шулай уҡ ошондай хәлдәр килеп тыумаһын өсөн балаларына иғтибарлыраҡ булырға кәңәш итә. Террор тураһында ялған хәбәр таратыусы малайҙың ата-әсәһе иһә административ яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ.

Фото №1 - Баш ҡала мәктәбенә атыу ойоштороу менән янап видеояҙма таратҡан үҫмер асыҡланды
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ