Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы йоҡтороусылар тағы ла 633 кешегә артҡан

Бөгөн дауаханаларҙа 1 099 кеше дауалана, уларҙың 691-е – 60 йәштән өлкәндәр. Ауыр хәлдәге 53 пациенттың 24-е ИВЛ аппараттарына тоташтырылған. Тағы ла 6 986 сирле амбулатор дауаланыу курсы үтә. Тәүлек эсендә дауаханаларҙан 168 кеше һауығып сыҡҡан, яңы инфекция 34 кешенең ғүмерен өҙгән.  

 Республикала халыҡты коронавирусҡа ҡаршы вакциналау дауам итә. Бөгөнгә төбәккә 1 891 848 доза вакцина килтерелгән. 1 347 131 кеше беренсе компонентты ҡаҙатҡан, 1 226 813 кеше вакцинацияны тулыһынса тамамлаған. Тәүлек эсендә медицина учреждениеларына прививка яһатыу өсөн 3 289 кеше мөрәжәғәт иткән.

Фото №1 - Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы йоҡтороусылар тағы ла 633 кешегә артҡан

Гөлдәриә Йосопова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ