Йәниҫәп 15 октябрҙән 14 ноябргә тиклем уҙғарыла. Халыҡ өйөндә иҫәп алыусыны ҡабул итә, “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша үҙ аллы анкета тултыра йәки Күп функциялы үҙәккә барып мәғлүмәт ҡалдыра ала. Иҫәп алыусы Фларит Янбулатов һөйләй.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 10 йылға бер ойошторола. Йәниҫәп былтыр ойошторолорға тейеш ине. Әммә коронавирус пандемияһы сәбәпле 2021 йылға күсерелде.







