“Өфө-Арена”ла юлаевсылар Ҡазандан “Аҡ барыҫ” менән осрашты. Еңеүсене асыҡлар өсөн өҫтәмә ваҡыт кәрәк булды. Буллиттар серияһында 3-кә 2 иҫәбенә ҡунаҡтар еңеү яуланы. Баш тренер Томи Ламса уйынды ошолай баһаланы.
Артабан “Салауат Юлаев” хоккейсылары Екатеринбург - Магнитогорск - Силәбе - Мәскәү маршруты буйынса турнеға сыға. “Өфө-Арена”ла киләһе уйын 24 октябрҙә көтөлә. Был көндө Ярославлдән “Локомотив” килә.




