Учалы районында 58 йәшлек ир тотолған. Ул Ысыҡкүлдә аҡҡоштарҙы атыуҙа ғәйепле булыуы мөмкин. Был кешегә ҡарата материалдар тупланған, улар яҡын арала Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына тапшырыла. Ир һунар тыйылған ҡоштарҙы аулаған өсөн яуап тотасаҡ, тип хәбәр итәләр Эске эштәр министрлығынан.







